«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Эскән килеш саңғыла шыуырға, өйҙә бер-береңде туҡмарға һәм ... төндә һыҙғырырға ярамай



10.05.2011 Эскән килеш саңғыла шыуырға, өйҙә бер-береңде туҡмарға һәм ... төндә һыҙғырырға ярамай

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары «Башҡор­тостанда йәмәғәт тәртибен һаҡлау тураһында» закон проектын хуплаған.
Проектта ҡаралғанса, эскән килеш саңғыла шыуыу, сноуборд һәм конькиҙа йөрөү тыйыла. Бынан тыш, эттәрҙе урамда морондоҡһоҙ йөрөтөү, автомобиль юлдарына, футбол, хоккей майҙандарына сүп-сар ташлау, төндә тыныслыҡты боҙоу, йәмәғәт урындарында аҡсаға һәм ҡиммәтле әйберҙәргә күрәҙәлек итеү, кешегә эт һөсләтеү ҙә йәмәғәт тәртибен боҙоу тип иҫәпләнә. Депутаттар тәҡдим итеүенсә, граждандарға көсләп бағымсылыҡ итеү, хәйер һорау, дини ышандырыу, әйбер һатыу-алыу маҡсатында бер-береңә бәйләнеүҙе лә (ҡулдан, кейемдән тотоу) тыйырға кәрәк. Шулай уҡ ғаиләлә бер-береһенә ҡул күтәреүселәр ҙә административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Республика парламентында «Төнгө ваҡытта граждандарҙың тыныслығын һәм именлеген тәьмин итеү тураһында» закон проекты ла ҡарала. Ул ҡабул ителгән хәлдә, Башҡортостан халҡы төндә һыҙғырырға тейеш түгел. Шулай уҡ йырлау, ҡысҡырыу, музыка ҡоралдарында уйнау, пиротехника ҡулланыу, ремонт эштәрен башҡарыу ҙа тыйыласаҡ. Тыйыу-сикләүҙәр торлаҡ йорттарға ғына ҡағылмай, ә исемлеккә мәғариф, спорт, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, сауҙа, көнкүреш ойошмалары, балалар майҙансыҡтары, ихаталар, автомобиль ҡуйыу урындары, йәмәғәт транспорты һәм баҡса, дача берекмәләре биләмәләре лә ингән.
Төнгө ваҡыт эш көндәрендә 23 сәғәттән иртәнге 7-гәсә, байрам һәм ял көндәрендә 22 сәғәттән 9 сәғәткә тиклем тип билдәләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға