«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент указы буйынса йәмәғәтселек фекер алыша



10.05.2011 Президент указы буйынса йәмәғәтселек фекер алыша

Халыҡ үҙ фекерен белдерһен, теләк һәм тәҡдимдәрен еткерһен өсөн беренсе тапҡыр БР Президенты указы асыҡ майҙанға сығарыла, йәғни республикала эшҡыуарлыҡ үҫешенә кәртә булған административ барьерҙарҙы юҡ итеүгә йүнәлтелгән закон проекты «Общественная электронная газета» сайтына (www.i-gazeta.com) ҡуйылған.
Иң тәү сиратта эшҡыуарҙарҙың фекерҙәрен белдереүе мөһим. Сөнки тап улар тармаҡ үҫешенә бөтә көсөн, аҡсаһын, ваҡытын сарыф итергә әҙер.
Әйткәндәй, үрҙәге закон проекты Рәсәй төбәктәре араһында беҙҙә тәүгеләрҙән булып эшләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға