«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Дәүләт кемгә фатир бирәсәк?



26.04.2011 Дәүләт кемгә фатир бирәсәк?

Дәүләт кемгә фатир бирәсәк?2011 йылдан дәүләт тарафынан 2011 – 2015 йылдарға «Торлаҡ» федераль программаһы бойомға ашырыла башлаясаҡ.
Ябай халыҡ, бюджет өлкәһендә эшләүселәр һатып ала алһын өсөн эконом-класлы йорттар төҙөләсәк. Программаға ярашлы, федераль бюджеттан 291 млрд һум аҡса тотоноу күҙаллана. Шуның 254 млрд һумы биш йылға йәш ғаиләләрҙе, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәт­кәр­ҙәрен, йәш ғалимдарҙы, хәрби пенсионерҙарҙы, Себер һәм Алыҫ Көнсығыштан ҡайтҡандарҙы, авария ликвидаторҙарын, чиновниктарҙы, судьяларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә тотоноласаҡ.
Программа ыңғай хәл ителә ҡалһа, 290 мең ғаиләнең фатирлы булырына өмөт бар. Был документ нигеҙендә айырыуса йәш ғаиләләр йәшәү шарттарын яҡшырта аласаҡ. Әммә федераль бюджеттан ярҙам улар өсөн бик һиҙелерлек тә булмаҫ, моғайын. Сөнки йәш ғаилә беренсе иғәнәне үҙе индерергә һәм урындағы бюджеттан ярҙам алырға тейеш. Халыҡтың башҡа категорияһына (хәрбиҙәр, чиновниктар) финанслау эконом-класлы фатирҙар хаҡынан сығып билдәләнәсәк. Мәҫәлән, федераль чиновник ғаиләһенә бүленгән уртаса бюджет 1,98 млн һум икән, был аҡсаға бәләкәйерәк ҡалала 50 – 55 кв.м майҙанлы фатир алырға мөмкин. Был категория граждандары өсөн дәүләт 12320 ғаиләгә субсидия йүнәлтергә уйлай. Йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн (шул иҫәптән студенттарҙың һәм аспиранттарҙың) 1960 торлаҡ бинаһы бүленәсәк. Йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарҙың иң күп категорияһы – илебеҙҙең иң алыҫ төбәктәренән һәм моноҡалаларҙан күсеп ҡай­тыу­сылар.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға