«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Президенты граждандарҙы ҡабул итте



26.04.2011 Башҡортостан Президенты граждандарҙы ҡабул итте

Рөстәм Хәмитов Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте. Бындай сараны ул хәҙер даими рәүештә йылына 7 – 10 тапҡыр үткәрергә йыйына. Бындай сара баш ҡалала ғына түгел, республиканың башҡа ҡалалары һәм ауылдарында ла ойоштороласаҡ.
Рөстәм Хәмитовҡа һигеҙ кеше яҙылғайны. Һәр береһе үҙенең проблемалары менән килде. Авария хәлендәге торлаҡтан икенсеһенә күсереү, балалар йорттарына ярҙам итеү, Өфө лимонарийына һәм Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының Нефтекамалағы филиалына капиталь ремонт үткәреү, республикала бәләкәй авиацияны үҫтереү, айырым ауылдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре күтәрелде.
Республика Президентына ҡабул итеүгә килгәнгә тиклем Өфөлә йәшәүсе Елена Владимирцева авария хәлендәге үҙе йәшәгән йорттан икенсеһенә күсеү мәсьәләһен биш йыл буйы башҡа юлдар менән хәл итергә тырыш­ҡан. Йорт төҙөлөүенә 107 йыл, һәм ул Өфө тимер юл вокзалын реконструкциялау барышында һүтелергә тейеш булған. Елена Владимирцева әйтеүенсә, ул урындағы властарға күп тапҡыр мөрәжәғәт итеп ҡараған. Пенсионер ейәнсәре һәм бүләсәре менән әүәлгесә ҡатмарлы шарттарҙа йәшәй. Һүтелергә тейешле йортта һыу үткәргес торбалар ҙа юҡ.
Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонинға был хәлде тикшерергә һәм пенсионерканы икенсе торлаҡҡа күсереү мәсьә­ләһен тиҙ арала хәл итергә ҡушасаҡ.
Елена Яҡупова республика Президентына Благовещендағы балалар йорто өсөн спорт залы төҙөлөшөндә булышлыҡ итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ул үҙе бағыусы булараҡ ярҙам күрһәтергә әҙер. Ләкин был мәсьәләне хәл итер өсөн уның ғаиләһенең аҡсаһы ғына етмәйәсәк. Рөстәм Хәмитов уға балаларға ярҙам күрһәтергә әҙерлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Бындай мәрхәмәтлек, уның һүҙҙәренсә, беҙҙең көндәрҙә һирәк күренеш.
Башҡортостан Президенты, республика балалар йортона мотлаҡ ярҙам күрһәтәсәк, тип ышандырҙы. Унда спорт залы төҙөүгә аҡсаны бюджеттан алырғамы йәки хәйриә фондтарынанмы – был мәсьәлә объекттың проекты һәм уның төҙөлөш сметаһы әҙер булғас хәл ителәсәк. Балалар йортона ярҙамды контролгә алыу БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллинаға йөкмәтелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға