26.04.2011 Өс һөйләм менән
Өфөлә Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл асыласаҡ, әле уның беренсе ташын һалыу тантанаһы уҙҙы. План буйынса, һәйкәл баш ҡаланың Беренсе Май урамында урынлаштырыласаҡ. Бөгөн Чернобыль фажиғәһенә 25 йыл тулды, ошо уңайҙан Өфөлә «Һәм йондоҙ атылды» тип аталған концерт та ойошторола.
ҡағиҙә булараҡ, йәй айҙарында йәмәғәт транспорты менән файҙаланыусыларҙың һаны ҡырҡа арта. Шуға ла Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенә ҡараған урындарҙағы тимер юлдарҙы быйыл ремонтлаясаҡтар, яңы ҡорамалдар ҡулланып, пассажирҙар өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар булдырыласаҡ. Тимер юлы аша үткән Дим, Шишмә һәм Бензин тип аталған йәйәүлеләр күперҙәре лә өр-яңынан эшләнәсәк.
Башҡортостандың ике районы үткән ял көндәрендә ярауай культураларҙы сәсә башланы, иң тәүгеләрҙән булып был яҙғы эшкә Мәләүез һәм Дәүләкән райондары хужалыҡтары тотондо. Баҫыу эшсәндәре күп йыллыҡ үлән үҫтерелгән баҫыуҙарҙың 80 процентында химик ашлауҙы тамамлаған, бөгөн республика хужалыҡтарында төп көс дым тотоуға йүнәлтелә. Хужалыҡтарҙы орлоҡ, яғыулыҡ һәм минераль ашламалар менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар юҡ.
Өфөлә яңы «Халыҡсан» художество галереяһы эшләй башланы. Унда билдәле рәссамдар ғына түгел, бөтөнләй бер кемгә лә билдәле булмаған талант эйәләре лә күргәҙмәләр ойоштора аласаҡ. Классик һүрәттәр менән бер рәттән, оригиналь жанрҙарға ла урын бирелә.
Туймазыла сит илдән эшсе көстәр саҡырыу буйынса нормативтарҙы һәм хоҡуҡтарҙы ҡараусы зона семинары үтте. Башҡортостан быға тиклем дә сит илдән килеүселәрҙе йәлеп итерлек төбәк булараҡ билдәләнде, был тенденция һаман да дауам итә. Семинарҙа гастарбайтерҙарҙы эшкә йәлеп итеү ҡағиҙәләре, пландар ҡаралды, проблемалар билдәләнде.
Республика һыу һаҡлағыстары ирегән ҡар ярҙамында етерлек һыу запасы туплаған тип әйтергә була. Бөгөн Нөгөш, Йомағужа һыу һаҡлағыстары етерлек кимәлдә һыу йыйған, Көньяҡ Уралдағы бөтә һыу ятҡылыҡтары ла нормаһын үтәгән. Ә бына иң ҙур һәм ҡеүәтле Павловка һыу һаҡлағысы һыу запасы менән 75 процентҡа ғына тултырылған, белгестәр, унда һыу 10 май тирәһенә етерлек тупланасаҡ, тип фаразлай.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.