04.09.2010 «Тыуырға һ. 4-се». Айышына Төшөнә алаһыңмы?
Баш ҡалабыҙҙың Р. Зорге урамынан иртәнсәк эшкә «Матбуғат йорто» туҡталышына (һәм кисен эштән һуң кирегә табан) тиклем барып етер өсөн трамвай көтә-көтә һуш алына торғайны. Шунлыҡтан һуңғы ваҡытта эшкә һәм эштән Октябрь проспектынан йөрөргә булдым. Һәм ошо ҡарарыма һаман да ҡыуанып бөтә алмайым. ҡайһылай рәхәт: туҡталышҡа килеп, бер-ике минут та тормайһың, алдыңа НефАЗ-дар, ПАЗ-иктар, ГАЗелдәр, «Мерседес»тар, троллейбустар бер-бер артлы килеп тә туҡтай, хатта, ҡайһыһына ултырырға, тип һайланаһың. Мин, әлбиттә, юл хаҡы 6 һумлыҡ 272-се, 290-сы маршрут автобустары менән йөрөргә тырышам. НефАЗ-дарға иртәле-кисле 15-әр һум, йәғни көнөнә 30-ар һум түләгәнсе, 12-шәр һум ғына түләүең күпкә отошлораҡ бит. Хатта иң ышанысһыҙ һаналған трамвайҙа ла (сөнки уларҙың көн һайын булмаһа ла, көн аша тип әйтерлек ниндәй ҙә булһа сәбәп менән ары китә алмайынса туҡтап ҡалыуы бик ныҡ маҙаға тейгән), шул иҫәптән троллейбуста ла билет хаҡы 9 һум тора. Шундай һайлау мөмкинлеге булғанда, ысынлап та, ниңә һайланмаҫҡа ти?!
Әлбиттә, берәй кәңәшмәгә, конференцияға ашыҡҡаныңда 6 һумлыҡ автобусты көтөп тороп булмай – тәү осрағанына ултырыу яғын ҡарайһың. Шулай, сираттағы кәңәшмәнән һуң эшкә тиклем 285-се маршрут буйынса йөрөгән ЕМ 297 дәүләт номерлы ПАЗ-икка ултырырға тура килде. Автобустың «маңлай»ына һәм эстән ишектең һул яғына ҡуйылған маршрут табличкаһында аҡҡа ҡара һәм ҡыҙыл менән яҙылған туҡталыштар исемлегенең башҡортса тәржемәһен уҡып, бөтә салонға саҡ ҡысҡырып көлөп ебәрмәнем: «Тыуырға һ. 4-се» – «Роддом N 4». Нимә аңлата икән һуң ул «Тыуырға һ.» тигәне?
Артабанғы туҡталыштар исеме лә төптө килешһеҙ: «Актер һ.» – «Дом актеров»; Эшсе хәбәр. – Рабселькоров...
Профессиональ тәржемәселәр ярҙамына мөрәжәғәт итмәү бына бит нимәгә килтерә!
Р. МӘХИЙӘНОВА.