«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңы полистар бирелә башлай



26.04.2011 Яңы полистар бирелә башлай

1 майҙан быйыл ғинуарҙа үҙ көсөнә ингән «Мотлаҡ медицина страховкаһы тураһында» федераль закон­ға ярашлы, берҙәм өлгөләге медицина страховкаһы полистары тапшырыла башлаясаҡ.
Яңы документты тәү­ге­ләрҙән бу­лып фамилияларын ал­маш­тыр­ған­дар, яңы тыу­ған балалар аласаҡ. По­лис алыу хәҙер эш биреүсегә бәйле тү­гел. Ме­ди­цина ярҙамын алған һәр пациент өсөн кешенең эшләгән ойошмаһы түгел, ә дәүләт түләйәсәк. Полис алғанда страховка компанияһын һәр кем үҙенең теләгенән сығып һайлай. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр йәшәү урындары булмағандарға, беҙҙә даими йәшәгән сит ил кешеләренә лә медицина полистары биреләсәк. Әлегә ҡулында иҫке полистары булған граждандарға борсолаһы түгел – улар 2014 йылға тиклем ғәмәлдә ҡала.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға