«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Уҡытыусыларҙың эш хаҡы арта



26.04.2011 Уҡытыусыларҙың эш хаҡы арта

Уҡытыусыларҙың эш хаҡы артаҒафури районының Красноусол ауылында уҡытыусылар менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, 1 сентябрҙән Башҡортостанда уҡытыусыларға эш хаҡы 30 процентҡа арттырыласаҡ, тип белдерҙе.
Республика башлығы әйтеүенсә, быйыл Баш­ҡорт­ос­тан­дың мәғариф системаһын финанслауға федераль бюджеттан 750 млн һум аҡса бүленәсәк. Ошоға өҫтәп, был маҡсатҡа республика бюджетынан 300 млн һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Был иһә республика бюджетынан мәктәптәрҙе йыһазландырыуға бүленгән аҡсаны уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтеү мөмкинлеге бирәсәк. Республика уҡытыусылары 1 сентябрҙән юғары эш хаҡы ала башлаясаҡ. Йәғни һәр уҡытыусының эш хаҡына 6 мең һум аҡса өҫтәләсәк, тигән һүҙ.
Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең социаль хәлен яҡшыртыу бының менән генә тамамланмаясаҡ. Рөстәм Хәмитов, киләһе йылда федераль бюджеттан төбәктәрҙең мәғариф системаһына 60 млрд һум аҡса бүленәсәк, тип белдерҙе. Беҙҙең республиканың өлөшө яҡынса 2 млрд һум тәшкил итәсәк. Тимәк, 2012 йылда ла уҡытыусыларҙың эш хаҡы артыуы дауам итәсәк.
Әйткәндәй, Башҡор­тостанда әлеге көндә бөтәһе 48 мең уҡытыусы һәм тәрбиәсе эшләй.

С. НИЯЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға