23.04.2011 Ямғырға зар юҡ!
Башҡортостандың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре геү килеп яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә. Әле республиканың ете районы дым ҡаплауҙы башлаған. 17 районда баҫыуҙарҙы тырматыу эше айырыуса әүҙем бара.
Республика буйынса һанағанда, бөтәһе 1600 гектарҙан ашыу майҙанда дым тотолған. Шулай ҙа һығымталар яһарға иртә әле – был эште 1 миллион 327 мең гектар майҙанда башҡарырға кәрәк. Дым тотоуҙың яҙғы сәсеү кампанияһы барышында тәүге баҫҡыстар ғына икәнлеген билдәләргә кәрәк. Шулай уҡ республикала ужым культураларын ашлау, күп йыллыҡ үләндәргә минераль ашламалар индереү эштәре лә әүҙемләшә. Әлбиттә, ямғырҙар яуып тороуы ауыл хужалығы техникаһының эшен бер аҙ тотҡарлай. Шулай ҙа бер кем дә был бәрәкәткә зарланырға йыйынмай. Улай ғына ла түгел, ямғырҙарҙың бик кәрәкле ваҡытта яуыуын билдәләп ҡыуаналар.
Лилиә СИРАЕВА.