23.04.2011 Тәүге полиция бүлегенә рәхим итегеҙ!
Шишмә районы буйынса эске эштәр бүлеге өй туйланы – йәмәғәт именлеге хеҙмәте төҙөкләндерелгән бинаға күсте. Был – республикала «полиция» тигән алтаҡталы беренсе бина.
Эске эштәр бүлегенә ремонт эшләтеүҙә район хакимиәте ярҙам күрһәткән. «Тимәк, власть та хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшенә битараф түгел. Полицейскийҙарға эш өсөн – яҡшы шарттар, халыҡҡа уларҙың лайыҡлы ярҙамы булһа, бынан барыһы ла отасаҡ», – ти БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин.