«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



23.04.2011 Өс һөйләм менән

Владимир Путиндың Баш­ҡорт­остандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә БР хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев халыҡты ҡабул итте. Республика халҡы министрға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итеп, кәңәш һәм яуаптар алды. Вице-премьер Эрнст Исаев билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар бик файҙалы, айырым проблемалар­ҙы хәл итеү менән тотош тармаҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡларға булышлыҡ итә.

Бөйөк Еңеү алдынан Баш­ҡорт­остан халҡына 49 мең Георгий таҫмаһы таратыласаҡ. Былтыр во­лонтер­ҙар 26 мең таҫма таратҡайны, быйыл бағыусыларҙың артыуы сә­бәпле был матур символ тағы ла күберәк кешене ҡыуандырасаҡ. Бөйөк Еңеүгә дан йырлаған таҫма­лар­ҙы республиканың район-ҡала хакимиәттәре, предприятиелар һәм башҡа ойошмалар аша алырға була.

Республиканың ҡайһы бер ауыл­дары эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерә. Һыуҙың бысраныуы хужалыҡтарҙың әүҙем эшләүе һәм ҡалдыҡтарын йүнләп эшкәртмәүе, һыу таҙартыу ҡорамалдарының, торбаларҙың иҫкереүе менән бәйле. Аҙнаһына өс тапҡыр ғына эсәр һыу килтерелгән ауылдар ҙа бар.

Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү буйынса зона уҡыу­ҙары тамамланды, быйыл сара республиканың төрлө райондарындағы урмансылыҡтар нигеҙендә ойошторолдо. Былтырғы эҫе һәм ҡоро йәйҙәге урман янғындары был мәсьә­ләгә тағы ла етдиерәк ҡарауҙы талап итә. Урман янғындары сығыу хәүефе май байрамдарында, кешеләр тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә, тағы ла көсәйә.

Башҡортостандан бер төркөм диндар ғибәҙәт ҡылыу һәм Пасханы Изге Ерҙә ҡаршылау өсөн Израилгә китте. Был сарала бөтәһе 20-ләгән тирәһе кеше ҡатнаша, ул бер нисә йыл рәттән ойошторола. Тик байрамды Изге Ерҙә ҡаршыларға теләүселәр йылдан-йыл аҙая, сөнки был ғибәҙәтте ҡылыу өсөн күп аҡса талап ителә.

Туймазы ҡалаһында Милли мә­ҙәниәттәр үҙәге тантаналы асылды. Ул урында йәшәүсе төрлө милләт, дин вәкилдәренә тупланыу, төрлө саралар уҙғарыу урыны буласаҡ. Унда республиканың төп халыҡтарының милли кейемдәре, милли аҙыҡ-түлек, тарихи урындар тураһында матур итеп эшләнгән нәшриәт баҫмалары бар.

Белорет районында әбейҙәрҙе алдап, аҡса алып йөрөгән енәйәтсе тотолған – 32 йәшлек ир үҙен электр ҡорамалдарын тикшереүсе булараҡ танытып, йорттарға үтеп ингән. Ир кеше яңғыҙ йәшәгән әбейҙәргә ҡаршы физик көс ҡулланмай, алдау, ышандырыу юлдары менән уларҙың пенсия аҡсаһын алып тайған. Әле уға ҡарата дүрт енәйәт эше асылған, шулай ҙа хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уның тағы ла күберәк енәйәт ҡылыуын күҙаллай һәм граждандарҙы тәфтишселәр менән хеҙмәттәшлек итергә саҡыра.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға