16.04.2011 Был аҙнала беҙҙе...
Өмөтләндерҙе...
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев, техноген һәм тәбиғәт һәләкәттәрен кисектереү һәм туҡтатыу буйынса барлыҡ дәүләттәр өсөн асыҡ булған халыҡ-ара механизм булдырырға кәрәк, тип иҫәпләй. Ул ғәмәлдәге халыҡ-ара закондарҙың Японияның «Фукусима – 1» АЭС-ындағы авария мәсьәләләрен хәл иткәндә көсһөҙ булыуын билдәләне. Сөнки бындай һәләкәттәр бер дәүләттең генә бәләһе түгел, шуға күрә закондар көйләүҙе талап итә.
Уйға һалды...
«Берҙәм Рәсәй» партияһы РФ Президенты һайлауҙарына тәҡдим ителәсәк кандидаттарҙы ҡарай. Генераль совет президиумы секретары урынбаҫары Юрий Шувалов хәбәр итеүенсә, партия Владимир Путинға иҫәп тота.
Владимир Владимирович үҙе Рәсәйҙең әлеге Президенты Дмитрий Медведев менән икеһенең дә һайлауҙа ҡатнашыу ихтималлығын белдерҙе һәм бер йыл алда был мәсьәлә буйынса ығы-зығыны ҡуйыртмаҫҡа саҡырҙы. Дмитрий Анатольевич, был һорауға асыҡлыҡ индереп: «Президенттың да, Премьер-министрҙың да маҡсаты бер. Ул да булһа, ун-егерме йылдан Рәсәйҙе донъялағы иң ҡеүәтле һәм көслө ил итеп танытыу», – тине. Ә «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары советы ағзаһы Олег Морозов фекеренсә, партия Медведевтың кандидатураһын дәғүәселәр араһында Путин булмаған осраҡта ғына күрһәтәсәк.
Тынысландырҙы...
Камчаткалағы Балыҡ хужалығы һәм океанография фәнни тикшеренеүҙәр институты белгестәре белдереүенсә, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында радиация менән зарарланыу ҡурҡынысы юҡ, балыҡтарға ла хәүеф янамай. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, һауа ла, һыу ресурстары ла нормала. Край губернаторы Владимир Илюхин фекеренсә, балыҡтар ағыуланған, тип уйҙырмалар таратыу төбәкте иҡтисади юғалтыуҙарға дусар итеүе ихтимал. Ысынында иһә борсолорға урын юҡ, Япониялағы АЭС аварияһы крайҙа балыҡ тотоуға кәртә була алмай.
һиҫкәндерҙе...
Боливия ҡалаларында меңәрләгән халыҡты берләштергән демонстрациялар бара. ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр эш хаҡтарын күтәреүҙе талап итә. Якуиба ҡалаһында полиция Президент Моралесҡа яҡынларға теләүселәргә ҡаршы күҙҙе йәшкәҙәтеүсе газ ҡулланған.