16.04.2011 Өс һөйләм менән
БР Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө трикотаж фабрикаһында республиканың иң эре еңел сәнәғәт предприятиеларының береһендәге производство менән танышты. Ул күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды. Фабрика хеҙмәткәрҙәре республика башлығын хеҙмәт шарттары, яңы яҙғы-йәйге коллекция, төрлө сувенир продукцияһы менән таныштырҙы.
«Сен-Гобен» концернының БДБ илдәре буйынса президенты Тьери Фурньер БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа, беҙ Башҡортостанда гипс ятҡылыҡтарын эшкәртеү хоҡуғына эйәбеҙ, шулай уҡ башҡа проекттарыбыҙ ҙа бар, тип белдерҙе. Проекттар иҫәбендә – гипс изделиеларын етештереү заводын төҙөү. Уны 2014 – 2015 йылға тамамларға уйлайҙар, инвестициялар күләме 80 миллион евро тәшкил итәсәк.
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев 2011 йылдың 5 апрелендәге 402-се Указы менән «Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директоры Рәмис Дәүләтбаевты II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләне. РФ Президентының Указында, республиканың дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе бындай юғары дәүләт наградаһына Ватан телерадиотапшырыуҙар өлкәһе үҫешендәге ҙур ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн лайыҡ булды, тиелә. ҡотлайбыҙ!
Туймазы районының Туҡтағол ауылында хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе аша үткәрергә документтар йыйыу өсөн күсмә кампания ойошторолдо. Сара барышында 43 граждан күсемһеҙ милкен теркәү һәм сделкалар башҡарыу маҡсатында документтар пакетын тапшырған, кешеләргә консультациялар бирелгән. Ошондай саралар республиканың башҡа ауылдарында ла ойоштороласаҡ.
16 апрелдән 1 майға тиклем республикала яҙғы һунар миҙгеле башлана. Был осорҙа ата һуйыр һәм ҡурпысыҡҡа, өйрәк һәм ҡаҙҙарға һунар итергә мөмкин. Әлбиттә, дөйөм ҡулланыу урындарында һунар итеү бөтә кешегә лә рөхсәт ителмәй, бының өсөн физик шәхестәр дәүләт пошлинаһын түләргә тейеш.
Билдәле булыуынса, БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов балаларҙың лагерҙарҙа үткән йәйге ялын 21 көндән 18 көнгә тиклем кәметергә тәҡдим итеп сығыш яһағайны. Был ял итеүселәрҙең һанын арттырыу, путевкаларҙың хаҡын кәметеү маҡсатында тәҡдим ителде. Әммә яңыраҡ үткән республика ведомство-ара комиссияһында хәбәр итеүҙәренсә, ял итеү көндәре кәметелмәйәсәк, сөнки был федераль законға ҡаршы килә.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.