19.04.2011 Башлыҡтар ҙа уҡый
Өфөлә район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары семинары башланды. Сараның төп маҡсаты – муниципалитеттар етәкселәренең профессионаллеген күтәреү.
Семинарҙа республиканың социаль-иҡтисади үҫеш тенденцияларына, муниципалитеттарҙың дәүләт власы органдары менән үҙ-ара эшмәкәрлеге аспекттарына анализ яһаласаҡ, муниципаль ойошмаларҙың инновацион үҫеше һәм кадрҙар сәйәсәте, халыҡ менән эшләгәндә заманса коммуникатив технологияларҙы ҡулланыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ. Семинар программаһында, лекцияларҙан тыш, муниципаль берәмектәрҙең актуаль проблемалары буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр, эшлекле уйындар ойоштороласаҡ.
Тыңлаусылар алдында БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе К. Толкачев, БР Хөкүмәтенең вице-премьерҙары, төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар, федераль структураларҙың территориаль подразделениелары, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, билдәле ғалимдар сығыш яһай. Семинар 22 апрелдә муниципалитеттар етәкселәрен аттестациялау менән тамамлана.