«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Балаларыңды иҫкә төшөрөп, алимент түлә»



04.09.2010 «Балаларыңды иҫкә төшөрөп, алимент түлә»

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы ошондай исем аҫтындағы акцияһын дауам итә.
Улар алимент түләмәүселәр йәшәгән урынға барып, уларҙың матди хәлен асыҡлай. Эшһеҙ алиментсыларға мәшғүллек үҙәктәренә йүнәлеш бирелә, ә бурысын түләүҙән баш тартыусыларҙы сит илгә сығыуға хоҡуғын сикләү көтә.
Баш ҡаланың Калинин районының суд приставтары ойошмаларға рейд яһап, хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡынан алименттарын тотоп ҡалыу-ҡалмауҙарын тикшерҙе. Әле улар ҡулында алимент түләтеү тураһында 50 меңдән ашыу ҡарар бар. Бурыслыларҙың 710-ына сит илгә сығыу ваҡытлыса сикләнгән, 1068-енә ҡарата быйыл енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Был райондың суд приставтары бүлеге туберкулездан дауалаған махсус балалар учреждениеларына үҙ аҡсаларын күсергән. Ул аҡсаға балалар өсөн термостар һәм китаптар һатып алынасаҡ.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ Өфөнөң Инорс микрорайонындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютҡа барып, унда тәрбиәләнеүселәргә мәктәп кәрәк-яраҡтары бүләк итте. Был балаларҙың күбеһенең ата-әсәһе йыллап алимент түләмәй, әхлаҡһыҙ йәшәү рәүеше алып бара.
Туймазы район-ара бүлек хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең шефлығындағы ике мәктәпкә дүрт телевизор, ике видеоплеер, музыка үҙәге һатып алған.
Сентябрҙең тәүге ун көнлөгөндә суд приставтары һәм тимер юлсылар «Изге билет» акцияһының бишенсе этабында балаларҙы Өфө балалар тимер юлында бушлай йөрөтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға