19.04.2011 Төбәк башлығы республиканың көньяҡ райондарында булды
БР Президенты Рөстәм Хәмитов Күмертау ҡалаһында һәм Көйөргәҙе районында булып, сәнәғәт һәм социаль объекттар, атап әйткәндә, ҡаланың авиация производствоһы предприятиеһы, 3-сө гимназия-интернаты, хореография мәктәбе, Көйөргәҙе районында балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге менән танышты.
«Түңәрәк өҫтәл» артында Күмертауҙың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән әңгәмәләште.
Республика башлығы Күмертау ҡалаһының һәм Көйөргәҙе районының аҙыҡ-түлек магазиндары ассортименты һәм хаҡтар сәйәсәте менән яҡындан танышып, сауҙа нөктәләрендә урындағы етештереүселәрҙең продукцияһы әҙ булыуын билдәләне.