«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер»



19.04.2011 «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер»

Бөгөн Өфөнөң Киров районында ошо исемдәге экологик акция иғлан ителеп, макулатура йыйыу башланды. «ҡағыҙға – икенсе ғүмер» акцияһын бөтә республикала хуплап ҡаршылағайнылар.
Мәҫәлән, Туймазы ҡа­лаһы уҡыусылары 44 тон­на ҡағыҙ йыйып, эшкәртеүгә тапшырған. Стәрле­тамаҡ мәктәптәре лә са­раға әүҙем ҡушылып, эш әле лә дауам итә.
«Тәбиғәт» дәүләт уч­реж­дениеһы белгестәре баш ҡаланың Киров райо­ны хакимиәте булышлығында программа төҙөнө һәм махсус «Эко­мобиль» макулатура йы­йырға юлланды. Ойошто­роу­сылар фекеренсә, то­тонолған ҡағыҙ ҡалдыҡтарын икенсегә эшкәртеп ҡулланыу тәбиғәткә за­рар­лы сәнәғәт факторҙарының йоғонтоһон кәметә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға