«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бензинға тағы хаҡ артамы?



09.04.2011 Бензинға тағы хаҡ артамы?

Бензинға тағы хаҡ артамы?Бәләң булмаһа, машина ал, тигән әй­тем барлыҡҡа килгәнгә күп түгел. Был – халҡымдың замана әйтеме. Дөп-дөрөҫ ул. Яңы «Стратегия – 2020» проекты автор­ҙары ла автомобиль хужаларын йоҡоһонан яҙҙырыр­ға уйлай, буғай.
Улар бөтә энергия йөрөтөүселәргә хаҡты ҡапыл арттырырға, шул уҡ ваҡытта экспорт пошлинаһын туҡтатырға тәҡдим итә. «Стратег»-иҡтисадсылар ниәтенә ҡолаҡ һалһаң, бензинға хаҡ – 80, дизель яғыулығына – 60, ә авиакәрәсин менән мазутҡа 40 процентҡа артырға тейеш. Был, йәнәһе, иҡтисадты модернизациялауға стимул буласаҡ. Әлеге кеүек реформаларҙың нимәгә килтергәнен күп тапҡыр елкәбеҙҙә тойҙоҡ түгелме? Ғөмүмән, хаҡтар – беҙҙең иң ауыртҡан ер.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға