«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өсөнсө балаға – бушлай ер участкаһы



09.04.2011 Өсөнсө балаға – бушлай ер участкаһы

Өсөнсө балаға – бушлай ер участкаһыБР Дәүләт Йыйылышы – ҡо­ролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты республика парламентына БР Хөкүмәте индергән «Башҡортостан Республи­каһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына төҙәтмәләр индереү тураһында» закон проектын ҡараны.
Уға ярашлы, өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуғанда йәки уллыҡҡа алғанда ата-әсә быйыл 1 ғинуарҙан башлап торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында шәхси йорт төҙөү өсөн дәүләт йәки муниципаль милектәге ер участкаһын бер тапҡыр бушлай үҙ милкенә алыу мөмкинлегенә эйә була.
Депутаттар закон проектына төҙәтмәләр индереүҙең көнүҙәклеген нигеҙләне. Мәҫәлән, участканың аныҡ ҡына ҡайҙа бүленергә тейешлеген, уның үлсәмен, төҙөлөш эштәренең ниндәй ваҡыт эсендә башҡарылырға тейешлеген күрһәтеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.
– Буш ер участкаһын алыу торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү тигән һүҙ түгел, йорт төҙөүгә лә аҡса күп кәрәк, һәм бында ла кешеләргә ярҙам итергә ине, – ти парламенттың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Валерий Лебедьков. – Мәҫәлән, кешеләргә участканы урман янынан бирергә мөмкин, ағастарҙы һирәкләтеп, улар ағас йорт төҙөүгә материал әҙерләй аласаҡ. Киләсәктә закондың был нормаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, мәҫәлән, «әсәлек капиталы»н алыу ярҙамында, федераль һәм республика программаларына бәйләү отошлораҡ булыр ине.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға