09.04.2011 Битараф түрә штраф түләрме?
Теге йәки был чиновникка зарығыҙ менән мөрәжәғәт итеп, инде нисәмә ай яуап ала алмай интегәһегеҙме, йә һеҙҙе бер кабинеттан икенсеһенә йүгертәләрме? Быға тиҙҙән сик ҡуйыласаҡ: граждандарҙың мөрәжәғәттәре тирәләй волокита тыуҙырған һәм артыҡ формализмға барыусы түрәләргә хәҙер биш мең һумдан алып ун мең һумғаса штраф янай.
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ошоға бәйле РФ Дәүләт Думаһына Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа тейешле үҙгәрештәр индереүҙе ҡарарға ҡушты. Ул тәҡдим иткән закон проектында халыҡтың үтенестәренә, хаттарына битараф ҡараған йәки бөтөнләй сүп кәрзиненә ырғытыуҙы хуп күргән етәкселәрҙе «аҡылға ултыртыу» ҡаралған.
Закон ҡабул ителһә, ғаризаларға оҙаҡ яуап алмай йөрөүселәр кәмейәсәк. Битарафлыҡ күрһәткән түрәне судҡа биреп, штраф түләтергә йә, сара күреүҙәрен һорап, юғары ведомстволарға яҙырға мөмкин. Әйткәндәй, халыҡ мөрәжәғәттәре 30 көн эсендә мотлаҡ ҡаралырға тейеш.