«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



05.04.2011 Донъя яңылыҡтары

Ун ике генерал вазифаһынан бушатылды!
РФ Президенты Дмитрий Медведев Эске эштәр министрлығы системаһынан тиҫтәнән ашыу етәксене вазифаларынан бушатыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уларҙың өсәүһе үҙ ирке менән ғариза яҙһа, өсәүһе – йәше тулыу, алтауһы штат бөтөрөлөүе арҡаһында вазифаһын ҡалдырҙы. Өлкәләге реформаларға бәйле, структуралағы 427 генералдың 340-ы ғына ҡалдырыласаҡ. Аттестация 1 июнгә тиклем тамамланырға тейеш.

Нурсолтан йәнә солтан

ҡаҙағстанда үткән президент һайлауҙарында Нурсолтан На­зарбаев өсөн һайлаусыларҙың 95,5 проценты тауыш биргән. Башҡа дәғүәселәр, атап әйткәндә, Жабыл Ахметбеков ни бары – 1,4, Мэлс Елеусизов – 1,2, Гани Касыимов 1,9 процент тауыш йыя алған. Мөһим сарала ҡатнашҡан халыҡ-ара күҙәтеүселәр һайлауҙың яҡшы ойошторолоуын, тайпылыштар күҙәтелмәүен билдәләһә, Рәсәй вәкилдәре халыҡтың әүҙемлеген юғары баһалай. Шулай ҙа бер тәртип боҙоу булған. Павлодарҙа Назарбаев төшөрөлгән билборд яндырылған. Генераль прокуратура вәкиле Андрей Кравченко хәбәр итеүенсә, ут төртөүсенең кемлеге асыҡлан­ған. Ул – быға тиклем хөкөмгә тарттырылған инвалид. Тәртип боҙоу­сыны административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары, хатта енәйәт эше асыуҙары ихтимал.

АҡШ үҙ граждандарын ҡайғырта
Сүриәлә урындағы хөкүмәткә ҡарата ойошторолған ҡаршылыҡ акцияһы дауам итә. Халыҡ Президент Бәшәр Асадтан иҡтисади һәм сәйәси реформа үткәреүҙе талап итә. Көс структуралары тарафынан 130 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әммә уларҙың ни бары өс тиҫтәһе генә рәсми рәүештә һәләк булған тип таныла.
Ил менән ун бер йыл етәкселек иткән дәүләт башлығы үҙе лә баш күтәреүселәрҙең фекере менән килешеп, хөкүмәтте отставкаға ебәр­ҙе. АҡШ етәкселеге граждандарын Сүриәгә барыуҙан тыйылып торорға саҡырҙы һәм дипломаттар­ҙың ғаиләләренә һәм Америка хөкүмәте хеҙмәткәрҙәренә илде ҡалдырырға рөхсәт бирҙе. Был илдә дауам иткән хәүефкә һәм сит ил кешеләренә дошмандарса ҡараш көсәйеүенә бәйле. АҡШ үҙ граждандарын ҡайтарыу өсөн бушлай самолет бирергә лә әҙер.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға