«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ғаилә мәнфәғәттәре һағында



05.04.2011 Ғаилә мәнфәғәттәре һағында

Рөстәм Хәмитов РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы советтың «Балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙы, әсәлеккә, ғаиләгә һәм балалыҡҡа ярҙамды тәьмин итеү буйынса Волга буйы федераль округында тормошҡа ашырылған дәүләт саралары тураһында» темаһына ултырышында ҡатнашты.
Видеокәңәшмә рәүешендә үткән сарала әсәләрҙең һәм күп балалы ғаиләләрҙең социаль яҡлауға мохтажлығы, тыуым кимәленең түбәнлеге, балалар енәйәтселегенең үҫеүе кеүек мәсьәләләр тикшерелде. Бала төшөрөүҙе дәүләт бюджетынан финанслауҙы туҡтатыу, экологик хәүефһеҙ уйынсыҡтар етештереүгә өҫтөнлөк биреү буйынса тәҡдимдәр индерелде.
Волга буйы федераль округында бала хоҡуҡтары буйынса ассоциация төҙөү тәҡдиме лә әйтелде. Ульяновск өлкәһе губернаторы Сергей Морозовтың был башланғысын РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота хупланы. Уның фекеренсә, округ төбәктәрендәге бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәргә һәм сабыйҙарҙың именлеге өсөн яуап биреүсе ведомстволарға көнүҙәк проблемаларҙы үҙ-ара килешеп хәл итә алырлыҡ майҙансыҡ булдырылырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға