«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



05.04.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостандың төҙөлөш индустрияһы предприятиелары бетон ҡушып эшләнгән изделиелар­ҙы быйылғы йыл барышында үткән йылдағынан күберәк етештергән һәм ҡулланған. Дөйөм алғанда, республиканың бетон әҙерләү ойошмалары финанс көрсөгөнән тулыһынса сығып бөтөп бара, әүҙем эшләй тип әйтергә нигеҙ бар. Бөгөн төҙөлөш индустрияһында эшләүселәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы 12 645 һум тәшкил итә.

ҡырмыҫҡалы район хакимиәте советы ултырышында район хакимиәте башлығы Ирек Сафин биләгән вазифаһынан үҙ теләге буйынса бушатылды. Совет депутаттары район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуҙы ваҡытлыса Әмир Булатовҡа йөкмәтте. Был вазифаны ул конкурс һөҙөмтәләре буйынса муниципаль район советы депутаттары тарафынан был вазифаға раҫланған кеше тәғәйенләнгәнсе башҡарасаҡ.

Ошо көндәрҙә Туймазы райо­нының ҡандра ауылында тегелгән футболка, спорт костюмдары һәм башҡа өҫкө кейем республиканың сауҙа нөктәләренә һатыуға сығарыласаҡ. Тегеү цехын асыу урындағы 120 кешене эш менән тәьмин итәсәк, тип күҙаллана. Әле кейем тегеү менән шөғөлләнә башлаған шәхси фирма быға тиклем полиэтилен ҡаптар етештергән.

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте йәш эшҡыуарҙар форумын үткәрҙе. Был сара йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа әүҙемерәк йәлеп итеү, бизнесты үҫтереүгә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолдо. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән йәштәрҙе иҫәпкә алып, берҙәм база төҙөнө.

«Айыҡ ауыл – 2011» республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән 90 ауылдан ғариза ҡабул ителде, Башҡор­тостандың 39 райо­ны эскелеккә ҡаршы сарала әүҙемлек күрһәтә. Конкурста ҡатнашыусыларҙың иң күбе ҡалтасы һәм Йәрмәкәй райондарынан, шулай уҡ Мәләүез, Баймаҡ, Ишембай һәм Туймазы ла уларҙан ҡалышмай. «Айыҡ ауыл – 2011» республика конкурсы әле башлана ғына, ул йыл буйына дауам итәсәк.

Өфө Эшҡыуарҙар союзының ҡабул итеү бүлмәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының эшмәкәрлеге буйынса бушлай консультациялар биреү дауам итә. Был эшҡыуарҙарҙың юридик яҡтан белемен арттырыу маҡсатында ойошторола, унда һалым түләү, үҙ эшеңде асыу, бизнес-партнерҙар табыу кеүек мөһим проблемаларҙы хәл итергә мөмкин буласаҡ. Консультация алыу өсөн алдан 241 -47-44 номеры буйынса шылтыратып, теркәлергә кәрәк.

Башҡортостан Республи­каһы мосолмандары Диниә назаратында республика имамдарына аттестация үткәрелә башланы. Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, имамдар ғәмәлдәге мосолман, дини белемле, 22 йәштән өлкән һәм әхлаҡлы булырға тейешле. Диндар­ҙарҙың дәүләт ҡанундарын һәм назараттың уставын да белеүе шарт.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға