«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәш эҙәрмәндәргә ярҙам буласаҡ



04.09.2010 Йәш эҙәрмәндәргә ярҙам буласаҡ

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң «Һуҡмаҡ» хәрби-патриотик клубында урынлашҡан Эҙәрмәндәр отрядтары республика йәмәғәтселек фонды вәкилдәре менән осрашты һәм, йәш эҙәрмәндәр менән аралашып, уларҙың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Фонд советы рәйесе Илдар Бикбаев эҙәрмәндәрҙең ниндәй уңыштар­ға өлгәшеүе, халыҡ менән бәйләнеше тураһында һөйләп, эште киң масштабта алып барырға финанс ҡытлығы ҡамасаулауын әйткәс, Президент был мәсьәләне хәл итәсәктәре тураһында белдерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға