«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ярҙам күрһәтеү кәрәк



02.04.2011 Ярҙам күрһәтеү кәрәк

БР Хөкүмәтендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса комиссияның ултырышы үтте.
БР Йәмәғәт именлеге буйынса ведомство-ара совет секретары Марат Мәһәҙиев, был мәсьәләләрҙе хәл итеү йәмғиәтебеҙ өсөн үтә мөһим, тип билдәләп, шундай һандар килтерҙе:
– Былтыр төрмәләрҙән һәм колонияларҙан 7 меңдән ашыу кеше иреккә сыҡҡан. Бөгөн эске эштәр органдарында 15 меңдән ашыу ошондай кеше иҫәптә тора. Уларҙың өс меңгә яҡыны шартлы рәүештә ваҡытынан алда иреккә сыҡҡан. Шулай уҡ хөкөмгә тарттырылып, иркенән мәхрүм ителмәгәндәр ҙә иҫәптә тора – улар 17 мең кеше тирәһе.
Уның билдәләүенсә, иреккә сыҡҡандар­ҙы социаль яраҡлаштырыу буйынса Башҡортостан тәжрибәһе федераль кимәлдә һәр ваҡыт билдәләнә килә. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, рецидивистар күп, һәр асылған енәйәттең дүртенсеһен төрмәнән сығыусылар ҡыла. Уларҙың 70 процентының эше һәм даими килеме юҡ. Шуға күрә рәшәткә артынан сығыусылар­ҙы социаль яраҡлаштырыу, уларға эш табыу, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү, тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү үтә лә мөһим.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға