«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тағы ла бер ил республикабыҙға инвестиция һалмаҡсы



29.03.2011 Тағы ла бер ил республикабыҙға инвестиция һалмаҡсы

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫарҙары Рафаил Зиннуров һәм Лилиә Ғүмәрова, парламент комитеттары вәкилдәре Өфөлә Корея Республикаһының хөкүмәт делегацияһы менән осрашты.
Константин Толкачев, республикалағы тотороҡло сәйәси хәл-торош инвесторҙарҙың ышанысын яулаған, тип билдәләне һәм, Корея делегацияһының Башҡортостанға сәфәре ике яҡлы бәйләнештәрҙе уңышлы бойомға ашырыу мөмкинлеген киңәйтә, тине.
Ә ҡунаҡтар яғынан делегация етәксеһе Ким Донг Сун, үҙ республикаһы форсаттары тураһында һөйләп, уларҙың иҡтисади үҫеше башҡа илдәргә инвестициялар һалыу мөмкинлеген тыуҙырыуы, атап әйткәндә, Башҡортостанда светодиод продукцияһын етештереү өлкәһендә эшләргә теләүҙәре хаҡында белдерҙе. Киләсәктә иһә хеҙмәттәшлек юғары технологиялы завод ҡорамалдары, нефть химияһы, тәбиғи ҡаҙылмаларҙы эшкәртеү өлкәһенә ҡағылышлы буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға