«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бер мең һумлыҡ «хеҙмәт»кә – 100 мең һум штраф



04.09.2010 Бер мең һумлыҡ «хеҙмәт»кә – 100 мең һум штраф

Башҡортостанда 1000 һум ришүәт алған табипҡа 100 мең һум штраф түләргә тигән хөкөм ҡарары сығарғандар.
2010 йылдың февраль айында баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге поликлиниканың табибы законһыҙ рәүештә эшкә яраҡһыҙлыҡ тураһында бюллетень эшләп бирә. Хеҙмәте өсөн ул 1000 һум аҡса ала. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. 41 йәшлек табип ҡатын ришүәт алыуҙа һәм ялған документ эшләүҙә ғәйепләнә. Суд, ҡатындың ике бәләкәй балаһы барлығын иҫәпкә алып, уны иркенән мәхрүм итмәй, ә 100 мең һум күләмендә штраф түләргә тигән хөкөм сығара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға