«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Еңел генә байырға теләгәндәр



04.09.2010 Еңел генә байырға теләгәндәр

Банк хеҙмәткәрен, енәйәти төркөм ойоштороп, банкынан 12 млн һум аҡса урлауҙа ғәйепләйҙәр.
Банкыла кредит буйынса белгес булып эшләгән 33 йәшлек ир 2006 йылда биш кешенән торған енәйәтсел төркөм ойоштора. Унда тағы ла банкының кредит буйынса бер белгесе, ирҙең өс танышы һәм автомобилдәр һатыусы фирманың директоры була. Тикшереү һөҙөмтәләренән күренеүенсә, төркөм ағзалары үҙҙәренең таныштарына автомобиль алырға тип кредиттарҙы рәсмиләштерә. Кредит килешеүен төҙөргә риза булыусыларға 6 – 10 мең һум тирәһе аҡса түләйҙәр һәм тора-бара кредитты ҡапларға вәғәҙә итәләр. Улар бөтә аҡсаны үҙҙәренең кеҫәһенә һала. Фирма директоры аҡсаның 4 – 5 процентын үҙ өлөшө итеп ҡалдыра ла, ҡалғанын төркөмдө ойоштороусыға тапшыра, ә уныһы, үҙ сиратында, төркөм ағзалары менән бүлешә.
2006 йылдың июленән 2007 йылдың декабренә ҡәҙәр төркөм тарафынан 12,2 млн һум аҡса үҙләштерелә.
Енәйәтте банкының хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре аса. Уларҙы түләй алмаған кредиттарҙың тик бер хеҙмәткәр аша үтеүе шикләндерә. Белгес факттарҙы асыҡлар алдынан ғына эштән киткән була. Тикшереү барышында төркөмдө ойоштороусы тулыһынса ғәйебен таный, ә бүтәндәр үҙҙәрен өлөшләтә генә ғәйепле һанай. Кредит түләнеп бөтәсәк, тип вәғәҙә итә улар, тик уны ҡапларға ҡайҙан аҡса аласаҡтары тураһында ғына бер ни ҙә өндәшмәйҙәр. Төркөм ағзалары мутлашыуҙа ғәйепләнә, уларға ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға