«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Фәләстан менән хеҙмәттәшлек нығый



26.03.2011 Фәләстан менән хеҙмәттәшлек нығый

Фәләстан менән хеҙмәттәшлек нығыйРәсәйҙә Фәләстан милли хакимиәте башлығы Мәхмүт Аббас булып китте. Сит ил ҡунағы Рәсәй төбәктәре менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, яйға һалыу маҡсатында Башҡортостанға ла килде. Элегерәк ул Чечня, Дағстан, Татарстанда ла булған.
– Башҡортостан дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлеккә һәр саҡ асыҡ, – тип ҡаршы алды уны БР Президенты Рөстәм Хәмитов. Республика етәкселеге Фә­ләстан делегацияһын беҙҙәге конфессия-ара диалогты ойоштороу тәжрибәһен, күп милләтле мәҙәниәт, мәғариф үҫешен өйрәнеү өсөн саҡырғайны. Әйткәндәй, Рәсәйгә былтыр килгән сағында Мәхмүт Аббас Президент Дмитрий Мед­ведевҡа Башҡортостанға килергә теләүен белдерә. Ил етәксеһе был ниәтте хуплаған.
– Беҙ ҙә Фәләстандың үҫешеүен, тотороҡло иҡтисады булыуын теләйбеҙ, Башҡортостан ҡеүәтле иҡтисадҡа эйә һәм Фәләстанға ярҙам күрһәтергә әҙер, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был осрашыу – ике дәүләт араһында хеҙмәттәшлек булды­рыу­ҙың яҡшы башланғысы. Беҙҙә Фә­ләстанға һатырлыҡ тауарҙар етерлек, шулай уҡ унан килтерерлек продукция ла бар.
Республика башлығы быйыл уҡ беҙҙең делегацияның Фәләстанға барасағын да әйтте.
Мәхмүт Аббас Өфө дәүләт нефть техник университетында ғалимдар, студенттар менән осрашып, лекция уҡыны. Сығышында үҙ иленең Израиль менән ябай булмаған мөнәсәбәттәренә лә туҡталды, төбәктә тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн бөтә көстәрен һалыуҙарын белдерҙе. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Фәләстан етәксеһе күренекле халыҡ-ара эшмәкәр генә түгел, ә билдәле ғалим да. БР Фәндәр академияһы Мәхмүт Аббасты тарих буйынса академияның сит илдәге ағзаһы итеп тә һайлаған, уға ошоно раҫлаған диплом да тапшырылды.
Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Айрат Шаммазов уҡыу йортоноң 60 йыллыҡ тарихы тураһында һөйләгәндә, унда сит ил студенттарының да (бөгөн университетта донъяның 41 иленән студент уҡый) белем һәм һөнәр алыуын әйтте, Фәләстан лидерына ошо вузды уңышлы тамамлаусының почет билдәһен тапшырҙы.
Мәхмүт Аббас Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән баш ҡаланың беренсе йәмиғ мәсетендә осрашып, киске намаҙ уҡыны, назарат эшмәкәрлеге менән танышты.
Сит ил ҡунаҡтары өсөн республиканың сәнғәт оҫталары йөкмәткеле концерт та әҙерләгәйне. Фәләстан делегацияһы Башҡортостанға сәфәренән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға