«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Киләсәккә маҡсаттар ҙур



19.03.2011 Киләсәккә маҡсаттар ҙур

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда республиканың эре инвестиция проекттары, инфраструктура, шулай уҡ ағымдағы социаль-иҡтисади хәл ҡаралды. Премьер фекеренсә, әгәр башланған бөтә инвестиция проекттары уңышлы тормошҡа ашырылһа, Башҡортостан Рәсәйҙең төп индустрия үҙәктәренең береһе тигән абруйын нығытасаҡ.
Осрашыуҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы (яңы проекттар ебәреү), йылылыҡ-электр үҙәге төҙөлөшө, бер нисә торлаҡ микрорайон төҙөлөшө, йылылыҡ-изоляция материалдары етештереүсе завод һәм металлургия комплексы төҙөлөшө тураһында һөйләшелде.
Башҡортостан етәксеһенең әйтеүенсә, Белоретта ҡойолма суйын етештереү буйынса комплекс төҙөү планлаштырыла. Ул үҙ сиратында 2 мең эш урыны булдырыуға булышлыҡ итәсәк. 2011 йылға торлаҡ төҙөү буйынса ла маҡсаттар ҙур. Республика ипотека кредитлауы өсөн ставканы кәметеүгә 500 млн һум аҡса бүлгән, йыл дауамында тағы 1 миллиард һум аҡса бүлергә йыйына. Энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу менән шөғөлләнәсәк яңы технопарк нигеҙендә яңы быуын гидротурбиналар етештереү заводын да сафҡа индереү күҙаллана. Юлдарҙы төҙөкләндереүгә 1 миллиард 400 миллион һум аҡса бүленәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға