15.03.2011 «Аллоплант» Гиннесс китабына инерме?
«Аллоплант» Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургияһы үҙәгендә үҙенсәлекле ҡоролма бар. Ул – архитектура «күҙе».
Үҙәктең генераль директоры Эрнст Мулдашев әйтеүенсә, күҙ алмаһы ысын күҙҙәге кеүек ҙурайып-бәләкәсәйеп торорға тейеш. Был бинаны тиҙҙән күҙ төҙөлөшөн хәтерләткән ҡан тамырҙары менән «тултыра», йәғни һүрәтен төшөрә башлаясаҡтар. «Аллоплант» үҙәге етәкселеге Гиннестың рекордтар китабына инергә теләп, ғариза ла яҙған – был «күҙ» донъяла иң ҙур күҙ конструкцияһы булыуға дәғүә итә. Үҙәккә үткән шәмбелә БР Президенты Рөстәм Хәмитов та килеп, ундағы эш барышы менән танышты, билдәле пациент – Киевтан Тамара Горбачева менән аралашты.