«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мөмкинлектәр һөҙөмтәле файҙаланылырға тейеш



12.03.2011 Мөмкинлектәр һөҙөмтәле файҙаланылырға тейеш

Мөмкинлектәр һөҙөмтәле файҙаланылырға тейешПрезидент Рөстәм Хәмитов Саян-Шушен ГЭС-ы базаһында илдә энергетиканы үҫтереү һәм энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләләренә арнап үткәрелгән РФ Дәүләт Советы президиумы ултырышында ҡатнашты.
Бындағы 2009 йылда булған һәләкәт эҙемтәләре бөтөрөлөү өҫтөндә, төҙөкләндереүҙәр бара, яңы агрегаттар килтерелә. Рөстәм Зәки улы үҙенең блогында хәбәр итеүенсә, беҙҙең республикаға ла яңы гидроэлектростанция кәрәк. Уны Өфө (ҡариҙел) йылғаһында, Павловка һыу һаҡлағысынан өҫтәрәк төҙөү мөһим. Яңы ГЭС яҙғы ташҡынды көйләргә булышлыҡ итәсәк, Өфө өсөн дә өҫтәмә һыу запасы булдырыласаҡ. Бының менән бергә яңы эш урындары барлыҡҡа килеүе мөһим, юл, йылға аша күпер төҙөү кеүек эштәр күҙаллана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға