«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Башҡортостан» суперкластеры төбәктә туризм мәсьәләһен хәл итерме?



12.03.2011 «Башҡортостан» суперкластеры төбәктә туризм мәсьәләһен хәл итерме?

Өфөлә туризмды үҫтереү буйынса кәңәшмә үтте.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, күп илдәрҙә туризм иҡтисадтың иң мөһим йүнәлештәренең береһе булып һанала. Беҙҙә һуңғы ваҡытта туристар артыуы күҙәтелә. Әммә улар күбеһенсә ял итергә түгел, ә аҡса эшләргә килә. Мәҫәлән, БДБ илдәренән, атап әйткәндә, ҡаҙағстан, ҡырғыҙстан, Әзербайжандан килеүселәр арта. Ә ысын туристар, йәғни фәҡәт ял итергә килеүселәр 15 процентҡа кәмегән.
Туризмды киң йәйелдереү өсөн сит илдәрҙең эре туриндустрия вәкилдәре менән осрашыу, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу мотлаҡ. Республика етәксеһе тәҡдим итеүенсә, беҙҙә мәҙәни фестивалдәр, иҡтисади саралар йыш уҙа, бына шунда туристарҙы йәлеп итеү яғын ҡарарға кәрәк. Һабантуй байрамын да ошо иҫәпкә индерергә мөмкин, ул – сит ил ҡунаҡтары ла теләп ҡатнашырлыҡ ҙур сара. Башҡорт брендтары ла етерлек кимәлдә рекламаланмай. Улар туризм менән ҡыҙыҡһыныу­сылар өсөн ниндәйҙер роль уйнар ине.
Кәңәшмәлә яңы проект та тәҡдим ителде. «Башҡортостан» суперкластерын бойом­ға ашырыуға 20 миллиард һум аҡса талап ителә. Президент фекеренсә, ул да төбәктә туризмдың киң йәйелдерелеүенә һөҙөмтәле гарантия бирмәй. Шулай ҙа тиҙҙән Башҡортостан хаҡында сит ил сәйәхәтселәре барыбер ишетеп, «икенсе Швейцария» тип йөрөтөлгән төйәгебеҙгә ағылыр, тигән өмөт бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға