«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Ғәҙел булыуығыҙҙы үтенәм”



08.03.2011 “Ғәҙел булыуығыҙҙы үтенәм”

Өфөлә район (ҡала) судтары судьяларының һәм мировой судьяларҙың кәңәшмәһе үтте. Коллегия эшендә республика Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин, БР-ҙың баш суд приставы Зариф Байғусҡаров, БР Юғары суды рәйесе Михаил Тарасенко, федераль һәм мировой судьялар, район һәм ҡала судтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
– Бөйөк рус тарихсыһы Карамзин: «Закондар ниндәй, тип һорамағыҙ, судьялар ниндәй, тип һорағыҙ», – тигән. Закондың нисек эшләүе судьялар­ға бәйләнгән. Судтар йәмғиәтте модернизациялауҙың төп элементы булып тора. АҡШ-та расалар тигеҙһеҙлегенә судтар ҡарары менән сик ҡуйылды. Иҡтисади үҫеш перспективалары ла судтарға бәйләнгән. Һуңғы ваҡытта мин республикаға аҡса һалырға теләгән тиҫтәләгән сит ил делегацияһын ҡабул итәм, уларҙың барыһының да төп һорауы: судьялар нисек эшләй, улар инвесторҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлармы? – тине йыйылыусыларға Рөстәм Хәмитов.
Судтарҙың эштәре сиктән тыш күп, тип билдәләне Башҡортостан Президенты. Республика етәкселеге уларға ярҙам итергә тырыша.
Президент кадрҙар сәйәсәте буйынса, квалификация коллегияларының тәжрибәһеҙ кешеләрҙе йәки, талаптарға яуап бирмәй тип, Мәскәү кире ҡайтарған кандидатураларҙы тәҡдим итеүенә юл ҡуйырға ярамай, тине.
– Һуңғы йылда республика халҡынан, федераль һәм мировой судьяларҙың эштәренә ризаһыҙлыҡ белдереп, алты мең ялыу килде. Халыҡтың фекерен һанға һуғырға кәрәк, – тине республика башлығы. – Ышаныс һәм ғәҙеллек булмауы йәмғиәтте тарҡата, фажиғәле эҙемтәләргә килтерә. Һеҙҙән яуаплы һәм ғәҙел булыуығыҙҙы үтенеп һорайым.
«Башинформ».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға