«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Замандың яңы талаптары



08.03.2011 Замандың яңы талаптары

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында республика журналистарының «Медиакратия» милли ассоциацияһы етәксеһе Рөстәм Арифджанов һәм Халыҡ-ара сәйәси экспертиза институты директоры Евгений Минченко менән осрашыуы үтте. Сара БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы тарафынан ойошторолдо.
Үҙенең сығышының күп кенә өлөшөн Рөстәм Мостафа улы киң коммуникациялар системаһы кисерәсәк үҙгәрештәргә бағышланы. Уның һүҙҙәре буйынса, бөгөн ваҡытлы матбуғат сараларын модернизациялау – төп мәсьәлә. Баҫмаларҙың тиражы кәмегәндән-кәмей, ә бер нисә йылдан техник үҙгәрештәр ғәҙәти телевидение һәм радионан баш тартырға мөмкинлек бирәсәк. Уларҙы үҙ эсенә интернетты, телевидениены, радионы, баҫма матбуғатты алған универсаль мәғлүмәт йөрөтөүсе саралар алмаштырасаҡ. Коммуника­циялар системаһында һәм мәғ­лүмәт алмашыуҙа «Тере журнал», Fasebook, Twitter кеүек социаль селтәрҙәр ҙур роль уйнаясаҡ.
Ҙур баҫмалар заман талаптарына яраҡлашыу маҡсатында үҙҙәренең радио һәм телеканалдарын, сайттарын булдырасаҡ.
Рәсәй йәмәғәтселек менән бәйләнеш ассоциацияһының вице-президенты булараҡ, Евгений Минченко Өфө журналистарына Рәсәйҙең хәҙерге имиджының нисек булдырылыуы хаҡында һөйләп үтте. Бында төп маҡсат – яңы технологиялар булдырыу. Коммуникация технологияларында хәҙер икенсе ҡағиҙәләр хөкөм һөрә. Бөгөн ҙур текстар һәм авторлы журналистика (авторская журналистика) артта ҡала.
Самат ҡОТЛОЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға