«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мал ҡышлатыу халыҡҡа ҡиммәткә төшә



08.03.2011 Мал ҡышлатыу халыҡҡа ҡиммәткә төшә

Былтырғы йылдың ҡоро килеүе Белорет районының ауыл һәм шәхси хужалыҡтары алдында мал аҙығы әҙерләүҙә ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Хужалыҡтарҙың күбеһе етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләй алманы. Мал ҡышлатыуҙы хәстәрләп, йәйгеһен үк районға республикабыҙҙың ҡоролоҡ урап үткән райондарынан бесән, һалам килтереп һатыу­ҙы ойошторҙолар. Ул саҡта бер төргәк бесән тәүҙә 600 һум булды, тора-бара, уның хаҡы 1200, 1800 һумға тиклем күтәрелде, ә Үрге Әүжән яҡтарында 2000 һум менән дә һаттылар.
ҡыш бауыры оҙон, тигән халыҡ мәҡәле бар. Көҙҙән мал аҙығы хәстәрләмәгән хужалар бөгөн йүгерекләргә мәжбүр. Ябыҡ малды һуйыуы ла, һатыуы ла йәл, беҙҙең яҡтарҙа ҡыш майға тиклем һуҙыла. ҡайһы бер шәхси хужалыҡтар мал һанын кәметмәү маҡсатында бесән һатып ала. Бесән алтынға тиң заманда был үтемле «тауар»ҙы Белорет яҡтарына Өфө аръяғы райондарынан килтереп һаталар. Бесәндең бер төргәге 3 мең һум тора. Хәйер, баҙар иҡтисады заманында йәшәйбеҙ, уларҙы ла, бесәнде ҡиммәткә һатаһығыҙ, тип ғәйепләп булмай. Аҡса менән мал да туймай...
Р. МУСИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға