«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Кемдең эмблемаһы иң шәбе булыр?



05.03.2011 Кемдең эмблемаһы иң шәбе булыр?

Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡ йылы эмблемаһын эшләүгә ижади конкурс старт алды. 1 марттан 1 апрелгә тиклем республика Президенты Хакимиәтендә эмблеманың график проекттары формаһында конкурс эштәре ҡабул ителә.
Эмблема эскиздары аҫтында идеяны тасуирлаған аңлатмалы яҙыу булырға тейеш. Дәғүәселәргә шулай уҡ үҙе тураһында тулы мәғлүмәт – фамилияһы, исеме, атаһының исеме, эшләгән йәки уҡыған урыны, индексы менән почта адресы, бәйләнеш телефоны, e-mail – бирергә кәрәк.
Конкурста ҡатнашыусылар, еңгән осраҡта, үҙе тәҡдим иткән эмблема проектын БР Президенты Хакимиәтенә файҙаланырға рөхсәт итеү һәм артабан тейешле килешеү төҙөү тураһында яҙма ризалыҡ бирергә тейеш.
Эштәр 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Прези­денты Хакимиәте адресы буйынса («Конкурсҡа» билдәһе менән) ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 250-02-06. Электрон адрес: prps@presidentrb.ru.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға