«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



05.03.2011 Өс һөйләм менән

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына йыл башынан хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары тураһында 786 яҙма мөрәжәғәт килгән. 2009 йыл менән сағыштырғанда, мөрәжәғәттәр һаны 1,2 тапҡырға артҡан. Ялыуҙарҙың күп өлөшө эш биреүселәрҙең эш хаҡын, эштән һуң ҡалып, төнгө ваҡытта, ял һәм байрам көндәрендә эшләгән өсөн түләүҙәрҙе тотҡарлауына, хеҙмәткәр эштән киткәндә тулыһынса иҫәп-хисап яһалмауына бәйле.

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары федераль ҡануниәткә төҙәтмәләр индермәксе. Уға ярашлы, физик шәхестәр килеменә һалымды әлеге ваҡыттағы кеүек эшләгән урын буйынса түгел, ә йәшәгән урын буйынса йыйырға тәҡдим ителә. Депутаттар фекеренсә, үҙгәрештәр төбәктәр һәм муниципалитеттар араһында средстволарҙы ғәҙелерәк бүлеүгә булышлыҡ итәсәк.

Рәсәй суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында өс йыл инде «ышаныс телефоны» эшләй. Һәр граждан (347)273-59-82 номеры буйынса шылтырата ала. Бөтә белдереүҙәр иҫәпкә алынып, махсус журналда теркәлә, шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә.

9 мартта Өфөнөң Спорт һарайында VI Инновация-сәнәғәт салоны асыла. Ул «Промэкспо – 2011», «Станоктар һәм инструмент», «Насостар һәм компрессорҙар» кеүек махсуслашҡан күргәҙмәләрҙе лә үҙ эсенә ала. Эш программаһында семинарҙар, «түңәрәк өҫтәл»дәр үткәреү ҡаралған.

Мотоуҙыш буйынса 14 тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников Ғабдрахман ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенең баш тренеры итеп тәғәйенләнде. Әле «Башҡортостан» клубы командаһы Тольяттиға суперлигала Рәсәй команда чемпионатының йомғаҡлау этаптарына юлланды, артабан спортсыларҙы тулы составта Голландияла көтәләр. Бында 12 – 13 мартта шәхси донъя чемпионатының өсөнсө финалы үтәсәк.

Һуңғы аҙнала киҫкен респиратор вируслы инфекция менән сирләүселәр һаны 35 процентҡа түбәнәй­ҙе. Әле барлығы 25189 ауырыу теркәлгән, шул иҫәптән 88 кеше киҙеү менән сирләй. Был былтырғы күрһәткестәрҙән 20 процентҡа юғары.

Шаран мосолмандарының дини ойошмаһы район үҙәгендә мәҙрәсә асырға ҡарар итте. Яңы белем биреү учреждениеһы һуңғы йылдарҙа буш торған элекке хәрби комиссариат бинаһында урынлашасаҡ. Әлегә ике ҡатлы йорт ҡуртымға алынған, киләсәктә уны мәхәллә өсөн һатып алыуҙары ла мөмкин.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға