«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡорттар китте һуғышҡа



01.03.2011 Башҡорттар китте һуғышҡа

112-се (16-сы гвардия) башҡорт атлылар дивизияһы ойошторолоуға – 70 йыл
Башҡорттар китте һуғышҡаБыйыл 17 ноябрҙә 112-се (16-сы гвардия) башҡорт атлылар дивизияһы төҙөлөүгә 70 йыл тула. Халыҡ тормошонда һиҙелерлек эҙ ҡалдырған был тарихи дата лайыҡлы билдәләнәсәк. Республика әһәмиәтендәге саралар, башлыса, республика Хәрби дан музейы етәкселеге аҫтында әҙерләнә. Бынан тыш, урындарҙа, бигерәк тә мәктәптәрҙә тарихи эҙләнеүҙәр, уйындар, конкурстар, ғилми-ғәмәли конференция һәм башҡа саралар үткәреләсәк. Йәштәр генә түгел, өлкәндәр ҙә үҙ иткән «Йәшлек» гәзите был ағымға теләп ҡушыла. Тарихи үткәнебеҙҙәге ошо данлыҡлы дивизия, уның айырым батыр­ҙары тураһында яңынан-яңы, бығаса билдәле булмаған материалдар редакцияға күпләп килер, тип ышанабыҙ.
Милли дивизия тыуғанда

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды киң Урал.
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал.
Был йырҙы белмәгән, тулҡынланып йырламаған кеше юҡтыр. Үҙем шаһит: мәктәптәрҙә төрлө милләт балалары, клуб сәхнәләрендә өлкәндәр дәртләнеп, рухланып йырлай. Рус телендә лә. Ә Украинаның Луганск өлкәһендә булғанда, ундағы халыҡ телендә күмәкләп йырлағандарын ишетергә насип булды. Ғорурланыуым сиктән ашҡайны!
Халыҡ күңеленә тәрән тамыр ебәргән был йырҙа Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡан, илде, Ватанды һаҡлау хаҡына ғәзиз башҡайҙарын йәлләмәй, ҡан ҡойған ата- бабаларыбыҙға дан йырлана. Шиғыр юлдарында фәҡәт оптимистик, күтәренке яңғыраш ҡына, һуғыш фажиғәһенә бөтөнләй ишара юҡ. Минеңсә, йырҙың халыҡсан әһәмиәте ошоға бәйле.
Башҡорт АССР-ы Совнар­комы һәм партия өлкә комитеты бюроһы, Мәскәүҙән ашығыс килеп төшкән ҡарар­ға ярашлы (13 ноябрь, 1941 йыл), кисекмәҫтән сара күрә башлай. ҡабул ителгән ҡарар 17 ноябрь менән билдәләнгән. Ошо көн нисәмә йыл инде дивизия барлыҡҡа килгән көн тип билдәләнеп килә.
Билдәле булыуынса, 1941 йылдың 22 июне иртәһендә советтар иленә емергес көс менән баҫып ингән Гитлер ғәскәрҙәре август аҙағында Ленинград ҡалаһын ҡамап ала. Ә ноябрҙә Мәскәүҙе баҫып алыу менән янай башлай.
Илдең көнбайыш төбәктәрендә ғәскәри частар (дивизия, корпустар) етерлек була. Әммә дошман еңелергә теләмәй. Һуғышты еңеү менән тамамлау өсөн яңынан-яңы дивизиялар кәрәклеге алға баҫа.
Төркмән, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡырғыҙ, Кавказ халыҡтарын айырым-айырым сафтарға баҫтырыу иҫәбенә генә 20 милли атлы дивизия ойошторола. Улар менән бер ҡатарҙан ике – 112-се һәм 113-сө башҡорт дивизияһын булдырыу бурысы ҡуйыла.
Сафҡа кемдәр саҡырыла? Дөрөҫөрәге, үҙ теләктәре буйынса – доброволец булып килеүселәрҙең йәше 40-тан артмаҫҡа, сәләмәтлеге ҡаҡшамаған, илгә ҡарата ышанысы ныҡлы булған ирҙәр генә алына. Унда ла комиссия энәһенән-ебенә тигәндәй тикшерә. Урындағы хужалыҡ һуғыш­ҡа алыныусыны аҡ тун, бүрек, йылы бейәләй, быйма һ.б. менән тәьмин итергә тейеш. Шулай уҡ ат, фураж менән дә. «Кәрәк»те һанай китһәң, осона сығырмын тимә.
Бер ағым – Благовещен ҡалаһына, 113-сө дивизияға, икенсеһе Дим ҡасабаһына, 112-се дивизияға (алдан уҡ иҫкәртәйем, 113-сө дивизия ойошоп бөтөр алдынан, 1942 йылдың апреле башында, тарҡатыла).
Политработниктар (комиссарҙар) урындағы партия һәм комсомол эшендә танылған шәхестәрҙән һайлап алына. Иң ҡатмарлы мәсьәлә командир­ҙар табыу була. Бөтәһе лә фронтта. Һәр кеше өс кеше урынына һуғышҡан урында уларҙы ут һыҙығынан нисек айырып алмаҡ кәрәк?
...Мәскәү янындағы Подольск ҡалаһында фронттан ҡайтарылған әллә күпме офицер туплана. Эт ялашып, кеше һөйләшеп таныша, тигәндәй, былар ҙа аҙ ғына ваҡыт эсендә – айярымда төркөмдәргә бүленеп өлгөрә. Кемдер үзбәк, ҡаҙаҡ тигәндәй, беҙҙекеләр 14 кеше булып сыға. Улар – Көнбайыш фронттағы 43-сө армия окоптарынан. Кискә табан башҡорттар­ҙы «полуторка»ға, асыҡ кузов­ҡа (декабрь айы) ултыртып, Мәскәүгә оҙатырға әҙерләй­ҙәр. Урындағы ко­ман­дир: «ҡорал­дарығыҙҙы ҡалдырығыҙ!» – тигән бойороҡ бирә. Тыңлаған кеше булмағас, уҫал ҡысҡыра. 14-тең береһе: «Не сдам я тебе свое оружие! Мы едем обучать военному делу. Не сдам!» – тип ҡысҡыра. Теге командир штабтан иң өлкән офицерҙы алып килә. Беҙҙең әлеге ҡыйыу егет буйһонмай, әммә ипле, ихтирамлы һөйләшә. Бөтәһендә лә ҡорал барлығын да иҫкәртә. Аҙағында өлкән командир: «Пусть...» – тип рөхсәт бирә. Әлеге ҡыйыу егетебеҙ майор Гәрәй Нафиҡов булып сыға.
30 саҡрым оҙонлоғондағы юлға бер төн ваҡыт әрәм ителә. Иртәнге сәғәт биштә ҡаҙан вокзалына юлыҡҡас, сәй эсергә Ленинград вокзалынан урын табалар. Поезда ҡайтҡанда Һамарҙа (Куйбышев) оҙаҡҡа туҡтаталар. Һәм майор Нафиҡов: «Әйҙә, ҡала күрергә сығабыҙ. Бик матур икәнен ишеткән бар. Кем белә, алда нимә булырын!» – ти.
Урамға сығыуҙары була, патруль туҡтата. «Һеҙ бысраҡ кейемдә, ҡырынмаған, йыуын­маған, етмәһә, саманан тыш ҡораллы. Документтарығыҙ?»
Нафиков ҡыҙып китә: «Ах, ты, тыловая крыса, тебе документы? Я сейчас вас перестреляю». Патрулдән береһе йәһәт кенә өлкән дәрәжәле офицерҙы саҡыртып килтерә. Аңлата Нафиҡов хәлде. «Беҙҙең бер ай һабын тотҡаныбыҙ юҡ. Милли дивизияны тейешенсә өйрәтергә дәртләнеп ҡайтып барабыҙ», – ти. Был конфликт та ыңғай хәл ителә.
112-се дивизия Димдә, бойороҡта ҡаралғанса, ике аҙнала ойошторола. Командирҙар башҡа тарафтарҙан да ҡайтарыла. Барыһы ла фәҡәт милли кадрҙар була.
Ил-йортона ҡурҡыныс килгәндә, башҡорттоң йәне ярһый, ул яу саба. Димдә 5,5 мең кеше тупланып, һуғыш һөнәрҙәренә өйрәнә башлай.

Фәрит ВАХИТОВ,
республика Хәрби дан музейының ғилми хеҙмәткәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға