«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Дәүләтселек билдәһе



26.02.2011 Дәүләтселек билдәһе

1990 йылда Башҡортостандың үҙаллылығы тураһында декларация ҡабул итеү яңы рәсми атрибуттар – флаг, гимн, герб – булдырыу талабын да ҡуйҙы. 1992 йылдың 25 февралендә – яңы флаг, һуңғараҡ, 1993 йылдың октябрендә, Дәүләт гимны һәм гербы ла раҫланды.
Дәүләт флагының үҙ тарихы бар. Тәүҙә XIX быуат башындағы флагты (унда ике башлы бөркөт, алты мөйөшлө йондоҙ, ҡөрьән аяттары сағылдырылған була) тергеҙеү яғында булһалар ҙа, уның дәүләттеке түгел, ә айырым социаль ҡатламдың – башҡорт казактарының әләме икәнен иҫәпкә алып, яңы проектҡа конкурс иғлан ителә. Комиссия тарафынан Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабина тәҡдим иткән вариант һайлап алына. Бөгөнгө зәңгәр (яҡтылыҡ, уй-ниәттәрҙең изгелеге, сафлыҡты аңлата), аҡ (асыҡлыҡ, тыныслыҡ яратыу, республика халыҡтарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеге), йәшел (мәңгелек, азатлыҡ) төҫтәрҙән, ҡурай тажынан ғибәрәт Дәүләт флагы дәүләт органдары биналарында, ил төбәктәрендәге республика вәкиллектәрендә, башҡа рәсми учреждениеларҙа елберләй. Дәүләт флагына ихтирам менән ҡарау, уның барлығын инҡар итмәү – йәнтөйәгебеҙ алдындағы бурысыбыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға