«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Урмандар тергеҙелә



26.02.2011 Урмандар тергеҙелә

Былтыр Башҡортостанда 10,5 мең гектарҙан ашыу майҙанда урмандар тергеҙелгән. БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, дәүләт унитар предприятиелары үҙ бурыстарын тулыһынса үтәгән. ҡуртымсылар эштәрҙең 31 процентын башҡарған.
34 мең килограмм орлоҡ йыйылған, шул иҫәптән 3930 килограмм ылыҫлы ағастар орлоғо. Тубырсыҡ йыйыу һәм эшкәртеү дауам итә. Питомниктарҙың сәсеү майҙаны 53 гектар тәшкил итә. Әле 60 миллиондан ашыу үҫентенең яртыһы стандартҡа тура килә. Был дәүләт контракттарына ярашлы ҡуртымға алынмаған участкаларҙа ағас ултыртыу күләмен үтәү өсөн етерлек.
Министр әйтеүенсә, урмандарҙы тергеҙеүҙе уңышлы үтәү өсөн киләсәктә питомниктарҙа сәсеү майҙанын 60 – 70 гектарға еткерергә, йәш үҫентеләрҙе ваҡытында тәрбиәләү һәм һыу һибеүҙе ойошторорға, янғындан зыян күргән участкаларҙы таҙартырға һәм ағастар ултыртырға, бынан тыш, ҡырҡылған һәм юҡҡа сыҡҡан участкаларҙа, дәүләт контракттарына һәм урмандарҙы үҙләштереү проекттарына ярашлы, урмандарҙы тергеҙеү сараларын ваҡытында үткәрергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға