22.02.2011 Пособиелар арта
Йыл башынан эшләмәүсе ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһының күләме үҙгәрҙе. Әлеге категорияға мотлаҡ социаль страховкаланмаған, ойошмаһы бөтөрөлөү сәбәпле эшһеҙ ҡалыусы әсәләр инә.
Рәсәйҙең социаль страховка фондының төбәк бүлексәһенән белдереүҙәренсә, район коэффициентын иҫәпкә алып, бала тапҡанда бер тапҡыр түләнә торған пособие 13458,60 һум тәшкил итә. Бынан тыш, ойошма бөтөрөлөү сәбәпле эштән сығарылған буласаҡ әсәнең, әгәр йөклөлөк буйынса иҫәпкә иртә осорҙа торһа, пособиеһына 504 һум өҫтәлә. Ошондай уҡ суммаға эшмәкәрлеген шәхси эшҡыуар, шәхси нотариус йә адвокат, дәүләт теркәүе (лицензияһы) талап ителгән һөнәр эйәһе булып тамамлаусы ҡатындар ҙа дәғүә итә ала. Тәүге баланы йәш ярымға тиклем ҡарау өсөн айлыҡ пособие – 2523,49 һум, икенсе һәм унан һуңғы балалар өсөн – 5046,97 һум. Бала ҡарау буйынса отпуск осоронда эштән ебәрелгән ҡатындарға максималь айлыҡ пособие күләме – 10093, 95 һум.