21.08.2019 "Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!
Республиканың 69 коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы (НКО), шул иҫәптән "Йәшлек" гәзите БР Башлығының гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫешенә бағышланған гранттар субсидияһы конкурсында еңеү яуланы. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған был конкурстың бюджеты 50 миллион һум тәшкил итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Хөкүмәтенең 386-сы ҡарары менән иғлан ителгән гранттар конкурсына 1-12 июль арауығында 229 ғариза ҡабул ителде. НКО-ларҙың күбеһе "Әүҙем республика" номинацияһын һайлаған - улар 171. "Татыу күршеле республика" һәм "Татыу республика" тигәндәренә 29-шар проект килгән. Тикшереү һөҙөмтәһендә конкурсҡа 182 ғариза үткәрелгән, 47-һе төшөп ҡалған. Әлеге мәлдә эштәрҙе эксперттар ҡарай.
Конкурс комиссияһы ҡарары менән гранттар 69 проектҡа биреләсәк. Улар араһында йәштәргә ярҙам итеү һәм уларҙың ялын, мәшғүллеген булдырыу, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль яҡлау, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, тәбиғәтте һаҡлау, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм үҫмерҙәргә ярҙам итеү йүнәлештәре бар. Күп проекттар республиканың ауыл-ҡалаларында эшләйәсәк - был айырыуса һөйөнөслө.
Беҙҙең гәзит конкурста уҡыусылар араһында үткәрелгән Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурс менән сығыш яһаны һәм еңеү яуланы.
Проекттарҙы 2019 йылдың 1 ноябренән тормошҡа ашыра башлау ҡаралған. Быға 12 ай ваҡыт биреләсәк.