22.02.2011 Торлаҡ төҙөү буйынса яңы проект
БР Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнә йыйылған аҡса системаһын файҙаланып торлаҡ төҙөүҙе финанслау буйынса пилот проектын бойомға ашырыу тураһында» ҡарарға ҡул ҡуйҙы. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына 1 апрелгә тиклем проектты тормошҡа ашырыусы инвестиция-төҙөлөш ойошмаһын һайлап алырға ҡушылған.
Был проектта торлаҡҡа мохтаж тип табылған граждандар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ ул торлаҡҡа махсус йыйылған аҡсаһы булған, тәҡдим ителгән шарттарҙа ипотека кредиты йә ссуда менән дәүләт ярҙамынан тыш коммерция нигеҙендә торлаҡ алыу мөмкинлегенә эйә граждандарға ла ҡағыла. Дәүләт ярҙамы иһә пилот проектын бойомға ашырыу барышында төҙөлгән торлаҡ йортҡа инженер коммуникациялары үткәреүҙә тотонолған сығымды йә уның бер өлөшөн компенсациялауҙан ғибәрәт. Тупланма этабында тәүге иң түбән иғәнә килешеү суммаһының биш процентын тәшкил итә. Йыйылған аҡсаның иң түбән күләме – тәүге иғәнәне лә иҫәпләп, йорттоң тулы хаҡының 50 проценты.
Проектта ҡатнашыу өсөн вәкәләтле инвестиция-төҙөлөш ойошмаһына документтар пакетын йыйып тапшырырға кәрәк.