«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Аграрийҙарға ташламалар буласаҡ



19.02.2011 Аграрийҙарға ташламалар буласаҡ

Ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн яғыу­лыҡ-майлау материалдарына ташламалы хаҡтар быйыл да һаҡланасаҡ.
РФ Хөкүмәте Премьер-министры В. Путин әйтеүенсә, ташлама 2010 йылдың нояб­рендәге хаҡтың 10 процентын тәшкил итергә тейеш. Ә был бөгөнгө хаҡтан яҡынса 30 процент ташлама яһалырға тейешлеген аңлата.
Был сара 2010 йылда ҡоролоҡтан зыян күргән агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. РФ Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Владимир Путин яҙғы сәсеүҙе уңышлы үткәрергә мөмкинлек бирергә, буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға