«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Һарытау яҡынайҙы



19.02.2011 Һарытау яҡынайҙы

Башҡортостанда Һарытау өлкәһе губернаторы Павел Ипатов етәкселегендә рәсми делегация булды.
Һарытау яҡынайҙыӨлкә менән хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡ тураһында килешеү 2003 йылдың 30 ғинуарында төҙөлгәйне, Һарытауҙа Башҡор­тостан Республикаһының вәкиллеге лә эшләй. Был юлы Өфөлә Һарытау өлкәһе вәкиллеге асылды. Республика Прези­денты Рөстәм Хәмитов менән өлкә губернаторы Павел Ипатов ике төбәк татыу­лығы хаҡындағы килешеүҙе 2011– 2012 йылдар­ҙа бойомға ашырыу буйынса протоколға ҡул ҡуйҙы. Был договор, үрҙә әйтелгәнсә, 2003 йылдан эшләй һәм биш йыл һайын оҙонайтыла, һәр ике йылдан йөкмәткеһе тулыландырыла.
Һарытауҙарҙың сәфәре һөҙөмтәһенә Өфө районының «Алексеевский» совхозы һәм өлкәнең «Трудовой» тоҡомсолоҡ заводы» йәмғиәте араһында төҙөлгән килешеүҙе лә индерергә була. Ғөмүмән, ике төбәк араһындағы бәйләнештә ауыл хужалығы тармағы мөһим роль уйнай. Башҡортостан менән Һарытау өлкәһенең тауар әйләнеше һуңғы биш йылда ике тапҡырға артҡан. Бөгөн өлкә беҙҙән яғыу­лыҡ-майлау материалдары, бензин, дизель яғыулығы, сода, һыра һатып ала. Республикаға иһә цемент, быяла, машиналар эшләү продукцияһы, аҙыҡ-түлек килтерелә. Дөйөм алғанда, Һарытау күберәк үҙе беҙҙән һатып ала.
Тиҙҙән Өфө менән Һарытау ҡалаһын тура һауа юлы ла бәйләйәсәк. Өлкә губернаторының ошо туралағы тәҡдимен республика етәксеһе лә хупланы. Тағы бер тәҡдим индерелде: өлкә менән республиканың айырым муниципаль берәмектәре араһында ла үҙ-ара хеҙмәттәшлек булдырыу. Был юҫыҡта аграр тармаҡ тирәләй тәжрибә өйрәнеләсәк.
Әйткәндәй, Һарытау – башҡорттар күпләп йәшәгән төбәк. Унда барлығы дүрт меңгә яҡын (2002 йылғы перепись буйынса) башҡорт йәшәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға