19.02.2011 Элемтә хеҙмәтенең сифаты тағы ла артасаҡ
Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Связьинфоком – 2011» күргәҙмәһе сиктәрендә БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм «МТС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйыу сараһы үтте. Килешеүгә БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов һәм «МТС» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең республикабыҙҙағы филиалы етәксеһе Сергей Кузьмин ҡул ҡуйҙы.
Документ бәйләнеш уңайлыҡтары кимәлен күтәреү һәм республиканың барлыҡ территорияһында ла халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тота.
«МТС» компанияһы республикала һәм шулай уҡ Урал аръяғы райондарында ла икенсе һәм өсөнсө быуын селтәрҙәрен үҫтерергә, транспорт инфраструктураһын киңәйтергә ниәтләй. Ул 2011 – 2012 йылдарҙа был маҡсатҡа ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүләсәк.
«МТС» быйыл инвестицияларын төбәктә 3G селтәрен һәм мобиль интернет хеҙмәтен үҫтереүгә йүнәлтә. Йыл аҙағына 3G селтәрҙәре ҙур ҡалаларҙан, район үҙәктәренән алып ҙур булмаған ауылдарға тиклем 100 торлаҡ пунктты ҡаплаясаҡ.
Килешеү шулай уҡ «МТС» компанияһы һәм республикабыҙ хөкүмәтенең социаль өлкәлә уртаҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙы ла күҙаллай.