«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Төбәк башлығы иҡтисад форумында ҡатнашты



19.02.2011 Төбәк башлығы иҡтисад форумында ҡатнашты

Рөстәм Хәмитов VIII Красноярск иҡтисад форумын асыуҙа ҡатнашып, Рәсәй һәм сит ил компанияларының, шулай уҡ Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәренең форумда тәҡдим ителгән экспозициялары менән танышты.
Күргәҙмәнән һуң ул Красноярск крайы губернаторы Лев Кузнецов менән осрашты. Ике төбәк етәксеһе заманса ауыл хужалығы технологиялары менән уртаҡлашыу тураһында һөйләшеп килеште. Шулай уҡ Францияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш тулы хоҡуҡлы илсеһе Жан де Глиниасти һәм Францияның эшлекле даирәһе вәкилдәре менән осрашты.
* * *
Форум барышында Башҡортостан Республикаһы менән «Русгидро» компанияһы һәм «Внешэкономбанк» дәүләт корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эшмәкәрлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.
Документта Башҡортостанда технопарк булдырыу һәм инновацион гидроэнергетик ҡорамал етештереү буйынса проектты бойомға ашырыуҙа берлектә ҡатнашлыҡ күрһәтеү күҙаллана.
Меморандумда ҡаралғандарҙы атҡарыу өсөн эшсе төркөм төҙөлдө.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға