«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент эш хаҡын арттырҙы



19.02.2011 Президент эш хаҡын арттырҙы

БР Президенты Р. Хәмитов Башҡор­тостан Республикаһының дәүләт бюджет һәм дәүләт автономиялы учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
2011 йылдың 1 ғинуарынан Башҡор­тостан Республикаһы дәүләт бюджет һәм дәүләт автономиялы учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең профессиональ квалификация төркөмдәре буйынса минималь окладтарҙы билдәләү өсөн база берәмеге күләме һәм окладтар (вазифа окладтары) күләмдәре 1,065 тапҡырға арттырылды.
Республика башлығы хөкүмәткә Башҡортостан Республи­каһының дәүләт бюджет һәм дәүләт автономиялы учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүҙе арттырыу буйынса саралар күрергә, урындағы үҙидара органдарына ошондай уҡ ҡарарҙар ҡабул итеүҙе һәм дәүләт бюджет һәм дәүләт автономиялы учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүҙе ваҡытында арттырыуҙы тәьмин итеүҙе тәҡдим итергә ҡушты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға