«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



19.02.2011 Өс һөйләм менән

Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитов белдереүенсә, Башҡор­тостан былтыр ил бюджетына һалымдарҙан һәм башҡа мәжбүри түләүҙәрҙән 167 млрд һум аҡса индергән. Дөйөм сумманың 45 процентын республика бюджеты өлөшө тәшкил итә, 39 проценты – федераль бюджет. Берҙәм социаль һалымды иҫәпкә алмайынса, федераль бюджетҡа – 64 млрд һум, республика бюджетына 73 млрд һум аҡса күсерелгән.

Йылайыр районы советы был төбәк менән һуңғы 18 йыл дауамында идара иткән хакимиәт башлығы Юнер Вәлиевтың отставкаһын ҡабул итте. Вазифаһынан Юнер Вәлиев үҙ теләге менән китте. Совет депутаттары район башлығы вазифаһын башҡарыуҙы ваҡытлыса Илгиз Фәтҡуллинға йөкмәтте.

Республика балалар клиник дауаханаһының табип-неонатологы Фәйрүзә Латипова «Йыл балалар табибы» Бөтә Рәсәй конкурсында «Педиатр-белгес» номинацияһында еңеүгә өлгәшә. Фәйрүзә Латипова яңы тыуған сабыйҙар һәм кесе йәштәге балалар хирургияһы бүлегендә эшләй. Еңеүселәрҙе бүләкләү Рәсәй педиатрҙары конгресы һәм I Ба­лалар шәфҡәт туташтары форумы сиктәрендә үтә.

Башҡортостанда эшкә урынлашыу өсөн яңы мөмкинлектәр асыу­сы проект тормошҡа ашырыласаҡ. «Үҫеш нөктәһе» тип аталған социаль проектта теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Ойоштороусылар фекеренсә, уның буйынса алты айлыҡ йә бер йыллыҡ курс үткән һәр кем үҙенә эш таба аласаҡ.

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүгә субсидиялар күләме яңынан ҡараласаҡ. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәҡдим итеүенсә, торлаҡ өсөн түләүҙәр ғаилә килеменең 19 процентынан артһа, ғаилә субсидияға дәғүә итә ала. Ә күп балалы ғаиләләр өсөн был күрһәткесте 18 процент итеп алырға ниәтләйҙәр.

Өфөлә, уҙған аҙна менән сағыштырғанда, киҙеү һәм ОРВИ менән ауырыусылар һаны 21,8 процентҡа кәмегән, шул иҫәптән 14 йәшкә тиклемге балалар араһында – 4 процентҡа, ә уҡыусылар араһында – 49,5 процентҡа. Республика буйынса иһә ауырыусылар һаны 2 процентҡа артҡан. 7 февралдән 13 февралгә тиклем ОРВИ һәм киҙеү менән 53,5 мең кешенең сирләүе теркәлгән, шуларҙың 66,4 проценты – балалар.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға